Новости
2 Август 2023, 11:11

Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән тәбрикләне. Уның хәрбиҙәргә мөрәжәғәте дәүләт башлығының рәсми сайтында баҫылған.

Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланыВладимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы
Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы

«Легендар ҡанатлы пехотаның күп быуын һалдат-офицерҙары илебеҙ Ҡораллы Көстәренең героик йылъяҙмаһына сағыу, онотолмаҫ биттәр яҙҙы, һәр саҡ үҙ бурысын лайыҡлы үтәне, Антҡа һәм хәрби туғанлыҡҡа тоғролоҡ һаҡланы. Бөгөн ошо хәрби, патриотик традицияларҙы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы десантсылар лайыҡлы дауам итә. Улар ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, иптәштәре менән иңгә-иң терәшеп, Рәсәйҙе һаҡлай. Артабан да дәүләттең милли мәнфәғәттәре һағында торорһоғоҙ тип ышанам. Һеҙгә уңыштар, һаулыҡ теләйем», - тиелә текста.

 

 

Башинформ

Фото: Гөлнора Йәмилева

Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы
Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас