Новости
2 Август 2023, 07:00

Инвесторҙарға Башҡортостанда уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләр

Потенциаль инвесторҙарға Башҡортостандың Ишембай районында уйынсыҡтар уйынсыҡтар производствоһын булдырырға тәҡдим итәләр.

Инвесторҙарға Башҡортостанда уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләрИнвесторҙарға Башҡортостанда уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләр
Инвесторҙарға Башҡортостанда уйынсыҡтар производствоһын асырға тәҡдим итәләр

Яҡынса баһалауҙар буйынса, был тәҡдимде тормошҡа ашырыу бюджеты — 45 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге менән 316,9 миллион һум. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Предприятиела пластик конструкторҙар, ҡомда уйнау, төрлө йәштәге балалар өсөн дидактик һәм башҡа төрлө уйынсыҡтар етештереү күҙаллана. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән балалар тауарҙарын һатыу буйынса ритейлерҙар ошо предприятиеның партнерҙары булыуы ихтимал. Дәүләт ярҙамы саралары сифатында инвесторҙарға инвестиция проектын ер участкаһын һатыулашмайынса ҡуртымға алыу мөмкинлеге менән өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү мөмкинлеге тәҡдим ителә. Бынан тыш, инициатор Сәнәғәтте үҫтереү фонды программалары сиктәрендә заем алырға мөмкин. Бизнес-тәҡдимдәр тураһында тулыраҡ бында.

Бынан алдараҡ «Башинформ» тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы үҫеше темпының Рәсәй буйынса алғанда юғарыраҡ булыуы тураһында хәбәр иткәйне.

 

Башинформ

Фото: Олег Яровиков

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас