Новости
2 Август 2023, 14:00

Был Радий Хәбировтың ысын ир-егет һәм лидер аҙымы

Бөгөн Өфөлә Нуғай шоссеһы ябылғаны, ҡораллы әҙәмдең шартлатҡыс менән янауы мәғлүм булды. Ваҡиға урынына тиҙ арала республика етәксеһе Радий Хәбиров барғаны билдәле. Асыҡланыуынса... 

Был Радий Хәбировтың ысын ир-егет һәм лидер аҙымыБыл Радий Хәбировтың ысын ир-егет һәм лидер аҙымы
Был Радий Хәбировтың ысын ир-егет һәм лидер аҙымы

Шаһиттар, урында ҡораллы полиция хеҙмәткәрҙәре һәм саперҙар эшләй, тип хәбәр итте. Ярайһы ҙур автомобиль тығыны ла барлыҡҡа килгәйне.

Социаль селтәрҙәрҙә  әйтеүҙәренсә, бында билдәһеҙ әҙәм ҡорал менән янаған һәм төрлө талаптар ҡуйған.  Шаһиттар шулай уҡ урынға “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте килгәйне, тип тә хәбәр итте.  

Телеграм-каналдар мәғлүмәттәре буйынса, гранатаға оҡшаған предмет тотҡан ир хәрби булыуы ла ихтимал. Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән,дезертирлыҡта ғәйепләнгән 39  йәшлек Илдар Б. суд-психиатрия экспертизаһына китеп барышлай ҡасҡан һәм уға ҡаршы енәйәт эшен туҡтатмаһалар, граната шартлатырға янаған.

Мәғлүм булыуынса, был кеше  уның менән һөйләшеү өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты саҡырған. Республика етәксеһенең ваҡиға урынына тиҙ арала барып етеүе һәм ҡораллы кеше менән һөйләшеүе билдәле. Журналист Юрий Подоляка был хаҡта бына нимә тип билдәләгән:

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡылығын төрлө яҡлап баһаларға мөмкин (улай ярамай, ул бит төбәк Башлығы һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға хаҡы юҡ һ.б.). Мин икенсе төрлө уйлайым: был - лидер аҙымы һәм һис шикһеҙ ысын ир-егет ҡылығы”. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә «Башинформ» агентлығына ҡораллы ир-егет менән әңгәмәгә бәйле аңлатма биргән.  «Дезертирҙар  проблемаһы бар һәм һәр кем хаталанырға ихтимал. Беҙгә уларҙы хөкөм итәһе түгел.  Ул  законды боҙған - үҙ белдеге менән часты ҡалдырған. Кешесә йәл, әлбиттә. Бөгөнгө бурыс – уның ахмаҡлыҡ  ҡылыуына юл ҡуймау ине. Ләкин, үкенескә күрә, ул закон боҙҙо. Уға ярҙам итергә кәрәк. Әммә һәр кем гранатаға тотона башлаһа, был дөрөҫ булмаясаҡ. Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә, ир-егеттәргә уның ғүмерен ҡотҡарыу өсөн күргән саралары өсөн ҙур рәхмәт”,  - тип белдергән  Башҡортостан Башлығы.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ ирҙең ҡоралын хоҡуҡ һаҡлаусыларға биреүен, уны һорау алырға алып китеүҙәрен өҫтәгән.

 

 

Фото:  “Башинформ“.

Гүзәлиә Балтабаева

Был Радий Хәбировтың ысын ир-егет һәм лидер аҙымы
Был Радий Хәбировтың ысын ир-егет һәм лидер аҙымы
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас