

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 йәшлек бала дүртенсе ҡаттан осоп төшкән. Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килгән.
Сабыйҙы ашығыс рәүештә урындағы дауаханаға, реанимацияға оҙатҡандар. Кескәй пациенттың баш мейеһе йәрәхәтләнгән. Әле ул ауыр хәлдә, табиптар күҙәтеүендә.
Фото: https://unsplash.com/