Новости
31 Июль 2023, 12:00

Республикала август башында көндәр йылы һәм ямғырлы була

Синоптиктар фаразына ярашлы, йәйҙең һуңғы айының тәүге көндәре йылы һәм ямғырлы була. Шулай итеп, шишәмбе, 1 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +21, +26°.

Республикала август башында көндәр йылы һәм ямғырлы булаРеспубликала август башында көндәр йылы һәм ямғырлы була
Республикала август башында көндәр йылы һәм ямғырлы була

Шаршамбы, 2 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Температура төндә +10, +15°, көндөҙ +23, +28°.

Бөгөн, 31 июлдә, республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +25, +30°.

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас