«Газпром трансгаз Өфө» магистраль газүткәргестәр идаралығы начальнигы Марат Ғәләүиев 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды.
Уның коллегалары Николай Каштановҡа һәм Таһир Сәлиховҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» исеме бирелде.
Ҡырмыҫҡалы ветеринария станцияһы начальнигы Ғәлинур Ҡунаҡаевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринария табибы» исеме тапшырылды.