Новости
17 Июль 2023, 07:00

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр иттеБашҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнсығыштан, талғын,ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.

Шишәмбе, 18 июлдә лә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16, көндөҙ +20, +25 градус.

Шаршамбы, 19 июлдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16, көндөҙ +20, +25 градус.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас