Новости
12 Июль 2023, 09:00

Республикала аномаль эҫелек һүрелә

Башҡортостанда эҫелек әкренләп һүрелә. Башгидромет фаразы буйынса, бөгөн, 12 июлдә, көндөҙ +25, +30 градус була. Урыны менән ямғыр, ҡойма ямғыр һәм йәшен көтөлә, елдең ныҡ көсәйеүе ихтимал.

Республикала аномаль эҫелек һүреләРеспубликала аномаль эҫелек һүрелә
Республикала аномаль эҫелек һүрелә

Кесаҙна, 13 июлдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Һауа +22, +27 градусҡаса йылына. Урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ. Ел урыны менән көсәйеүсән.

Йома, 14 июлдә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Елдең көсәйеүе фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градусҡа тиклем йылына.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала 10 июль күҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе көн булған. Өфө-Дим аэрология станцияһында һауа температураһы +39,4° тәшкил иткән  (2020 йылда иһә +35,0°).

 
 
 
Фото: Наил Рәжәпов
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас