Новости
12 Июль 2023, 17:26

Башҡортостанда ярты миллион тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән

Башҡортостанда, көндәрҙең үтә эҫе тороуына ҡарамаҫтан, мал аҙығы әҙерләү дауам итә. 11 июлгә мәғлүмәттәр буйынса, 174 мең тонна бесән һәм 494 мең тонна сенаж әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Башҡортостанда ярты миллион тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгәнБашҡортостанда ярты миллион тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән
Башҡортостанда ярты миллион тоннаға яҡын сенаж әҙерләнгән

Һутлы мал аҙығын әҙерләүҙә Стәрлетамаҡ районы алда бара, унда сенаж запасы 51 мең тонна тәшкил итә. Икенсе урында Саҡмағош хужалыҡтары килә, улар 42 мең тонна һутлы мал аҙығы әҙерләгән, өсөнсөлә иһә 39 мең тонна күрһәткесе менән Дүртөйлө һәм Илеш хужалыҡтары.

Аграр ведомствола белдереүҙәренсә, сенаж өсөн башлыса борсаҡ, клевер, люцерна файҙаланыла. Бөгөнгә 290 мең гектар майҙанда яҡын мал аҙығы үләне сабылған.

 

Башинформ

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас