

Республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер кисергән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла.
Миҙалдың бер яғында байрам символы — аҡ сәскә, икенсеһендә кенәз Петр һәм уның тоғро ҡатыны Феврония төшөрөлгән. Миҙал менән бергә ныҡлы ғаиләләргә танытмалар һәм махсус билдә тапшырыла.
Фото:Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы