Новости
3 Июля 2023, 06:30

Башҡортостанда алдағы өс көндә 30 градус эҫе булыуы фаразлана

«Башгидрометүҙәк»тән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы өс көндә эҫе һауа торошо көтөлә.

Башҡортостанда алдағы өс көндә 30 градус эҫе булыуы фаразланаБашҡортостанда алдағы өс көндә 30 градус эҫе булыуы фаразлана
Башҡортостанда алдағы өс көндә 30 градус эҫе булыуы фаразлана

Дүшәмбе, 3 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +23,+28°.

4 һәм 5 июлдә урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Төндә +13,+18°, көндөҙ +25,+30°.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас