

Яугирҙәребеҙҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны урынлашҡан урында ҡорбан салған. Хәрбиҙәр иттән байрам ашы – шулюм бешергән. «Йырсы» ҡушаматлы яугир әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы иптәштәребеҙ ҙә иттән ауыҙ итә алыр тигән ышаныс белдерҙе.
«Яугирҙәребеҙҙе тылда һыйларға теләйем. Шулай уҡ хәрби бәрелеш урынындағы шәхси состав өсөн ит бешерергә йыйынабыҙ. Хәҙер улар менән рация аша бәйләнешкә инеп, унда барып етә алабыҙмы, юҡмы икәнен беләбеҙ. Сөнки, барыһына ла билдәле булыуынса, бөгөн алғы һыҙыҡта хәл бик көсөргәнешле ҡаты оборона тотабыҙ», - тип һөйләне яугир.
Фото: видеонан скриншот