Новости
26 Июнь 2023, 10:00

Ришат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың туйы үтте

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тыуып үҫкән популяр йырсылар - Туймазы егете Ришат Төхвәтуллин менән Шишмә һылыуы Әлиә Ҡарасуринаның туйҙары гөрләп үтте.

Ришат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың туйы үттеРишат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың туйы үтте
Ришат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың туйы үтте

Башҡортостан йырсылары Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасуринаның туйҙары үтте. Был хаҡта йырсылар социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Йәш парҙың рәсми теркәүе алдан, 23 июндә, Ҡазандың «Чаша» загсында уҙҙы. Ә туйға бәйле тантаналы сараны Ришат Төхвәтуллин һәм Әлиә Ҡарасурина йәкшәмбе, 25 июндә, үткәрҙе.

«Хуш, буйҙаҡ тормош», - тип ҡыҫҡаса комментарий бирҙе ваҡиғаға Ришат Төхвәтуллин.

Йәштәргә мөхәббәтле оҙон ғүмер, ғаилә бәхете һәм илһамлы ижад теләйбеҙ!

 

Фото: Ришат Төхвәтуллиндың шәхси архивынан.

Автор:
Читайте нас