Новости
21 Июнь 2023, 09:00

Радий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар теләне — юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

2023 йылда республикала былтырғыға ҡарағанда 512-гә күберәк бюджет урыны булдырылған. Бөтәһе 14,9 меңгә яҡын.    

Радий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар теләне — юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башландыРадий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар теләне — юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды
Радий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар теләне — юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

Кисә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров абитуриенттарға уңыштар һәм һайлаған университеттарына уҡырға инеүҙәрен теләне.

«Йылдан-йыл күберәк йәштәребеҙ бушлай юғары белем алһын өсөн маҡсатлы рәүештә эш алып барабыҙ. Быйыл республика университеттарында 14 886 бюджет урыны бар (2022 йылға ҡарағанда 512-гә күберәк).

Бөгөн беҙҙең юғары уҡыу йорттары баш ҡаланыҡылар менән конкурентлыҡ итергә һәләтле. Был йәһәттән республикала уңышлы эшләгән Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең өлөшө ҙур. Башҡортостан университеттары «Өҫтөнлөк-2030» федераль программаһында ҡатнаша. Өфө фән һәм технологиялар университетында алдынғы инженерҙар мәктәбе уңышлы эшләп килә.

Нефть университетындағы стартап-студия һәм индустриаль партнерҙар менән әүҙем эш итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостан — студенттарҙың хупланған стартап-проекттары буйынса алдынғы урындарҙа. Беҙ фән лидерҙарын үҫтерәбеҙ — студенттарыбыҙ яңы идеяларҙы сәнәғәткә әүҙем индерә.

Һәләтле йәштәрҙе финанс яҡтан дәртләндерәбеҙ. Беҙҙең университеттарҙа олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйғандар өсөн юғары стипендия ҡаралған», — тип яҙа республика етәксеһе.

 

 

Башинформ

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас