Новости
16 Июнь 2023, 10:30

Хайуандарға ҡарата рәхимһеҙ мөғәмәлә өсөн штрафтар

Йорт хайуандарына яуапһыҙ ҡараған өсөн уларҙың хужаларына нимә янай?

Яуапһыҙ хужалар яза аласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡтағы законға ҡул ҡуйҙы http://kremlin.ru/acts/news/71375 . Унда
хайуандарҙы аҫрау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түбәндәгесә штраф ҡаралған
https://goo.su/rmtN3Q:

- ташландыҡ йорт хайуандары өсөн 30 мең һумға тиклем;
- әгәр ул сит кешене тешләһә, 200 мең һумға тиклем;
- приютта хайуандарҙы аҫрау ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн 30 мең һумға тиклем штраф

Хайуандар менән ҡаты мөғәмәлә иткән, йәғни ауыртыу тыуҙырған, ашатыуҙан баш тартҡан һәм башҡа талаптарҙы үтәмәгән өсөн хәҙер 5 меңдән 100 мең һумға тиклем административ штраф һалыуҙары мөмкин. Был ҡағиҙәләр приюттарға, зоопарктарға һәм цирктарға ла ҡағыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас