Новости
8 Июня 2023, 08:52

Рәсәйҙә 21 ноябрь — Хәрби ант көнө

Рәсәйҙә 21 ноябрь Хәрби ант көнө билдәләнә.

Рәсәйҙә 21 ноябрь — Хәрби ант көнөРәсәйҙә 21 ноябрь — Хәрби ант көнө
Рәсәйҙә 21 ноябрь — Хәрби ант көнө

Тейешле закон парламенттың юғары палатаһында хуплау тапты. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. 1721 йылдың 21 ноябрендә (иҫке стиль буйынса 10 ноябрҙә) Пётр I хәрбиҙәр, граждандар һәм дини вазифалар өсөн ант тураһында указ сығарған.

21 ноябрҙә Рәсәйҙә бухгалтерҙар һәм һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Шулай уҡ 21 ноябрь - Бөтә донъя телевидение көнө һәм Бөтә донъя сәләмләү көнө.

 

Башинформ

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас