Новости
7 Июня 2023, 13:45

Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам фондтарында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәрбиҙәргә ярҙам фондтарына барыуы хаҡында яҙҙы. Уларҙың береһе — Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса асылған «Ватанды һаҡлаусылар» федераль дәүләт фонды филиалы.

Икенсеһе — ҡаланыҡы, Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан.

«Яҡшы ремонт, эшлекле мөхит, балалар өсөн зона бар. Беҙ бында барыһына ла уңайлы булырлыҡ итеп эшләргә тырыштыҡ, ә иң мөһиме — фондта кәрәкле ярҙамды артыҡ мәшәҡәтһеҙ алырға тейештәр.

Өфөләге кеүек муниципаль фондтар Башҡортостанда бер нисә, улар Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа ла бар. Беҙҙең бурыс — тотош республикала ошондай ярҙам үҙәктәрен булдырыу.

Яугирҙәребеҙгә биргән вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ, уларҙы, ғаиләләрен һәм яҡындарын ярҙамыбыҙҙан ташламайбыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

 

Башинформ

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас