Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2023, 11:00

Ялдарҙа биш ир-атты һыу “йотто”

Шуныһы аяныслы: улар йәштәр. Икәүһенең кәүҙәһе әле табылмаған да. 

Ялдарҙа биш ир-атты һыу “йотто”
Ялдарҙа биш ир-атты һыу “йотто”

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ялдарҙа ғына республика һыу ятҡылыҡтарында биш ир-ат батып үлгән.

Тәүге осраҡ кисә Мәләүез ҡалаһы янындағы күлдә була. Бында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыуҙан 40 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба һәм уны полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Тағы бер осраҡ Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә теркәлә. Ҡотҡарыусылар Ҡариҙел йылғаһынан билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһен табып сығара. Әле уның шәхесе асыҡланмаған.

Учалы районында кисә кис менән урындағы карьерҙа 19 йәшлек егет батҡан. Был турала шаһиттар хәбәр иткән. Әлегә уның кәүҙәһе табылмаған, бөгөн Учалы районы водолаздары уны эҙләргә төшәсәк.

Шулай уҡ бөгөн иртән Күгәрсен районының Түләбай ауылы быуаһында 29 йәшлек ир батҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары уның кәүҙәһен эҙләп тапҡан.

Бөгөн иртә менән Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылы янында Ағиҙел йылғаһында 28 йәшлек ир батҡан. Уның кәүҙәһен водолаздар эҙләйәсәк.

Ошоноң менән генә бөтөрмө икән? Бөгөн дә көн эҫе булмаҡсы, тимәк, кешеләр күпләп һыу инәсәк. Ҡотҡарыусылар тик рәсми пляждарҙа ғына һыу инергә саҡыра. Иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ, был ҙур фажиғәгә килтерә. Ялдар имен үтһен.

 

 

Фото: МЧС

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: