Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2023, 13:00

Ниндәй ҡәбәхәттең малҡайҙарға ҡулы күтәрелде икән?

Бөтәһе биш ат, ике ҡолон әрәм булған. 

Ниндәй ҡәбәхәттең малҡайҙарға ҡулы күтәрелде икән?
Ниндәй ҡәбәхәттең малҡайҙарға ҡулы күтәрелде икән?

Баймаҡ районының Түбә - Темәс юлындағы ҡот осҡос хәл тураһындағы видеояҙма бар социаль селтәрҙә таралды.

Видеола меҫкен малҡайҙарҙың юлда тәгәрәшеп үлеп ятыуы күренә. Бөтәһе биш ат, ике ҡолон йән биргән. Кемдер малҡайҙарҙы юрамал атҡандар тип тә фаразлай. Бәғзеләр ағыуланған, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, бер ғәйепһеҙ һәләк булған меҫкен малҡайҙарға ҡул күтәргән ҡәбәхәт үҙ язаһын алырға тейештер.

Райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары был хәлгә аңлатма бирер һәм ғәйепләнеүселәрҙе табыр, тип ышанайыҡ.

 

 

Карима Усманова

Фото: Видеонан скриншот

Ниндәй ҡәбәхәттең малҡайҙарға ҡулы күтәрелде икән?
Ниндәй ҡәбәхәттең малҡайҙарға ҡулы күтәрелде икән?
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: