Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2023, 14:00

Республикала «Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән яңы маҡтаулы исем булдырылды

Республика Ҡоролтайы депутаттары 54-се ултырышта «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем булдырыу тураһында законды беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Республикала «Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән яңы маҡтаулы исем булдырылды
Республикала «Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» тигән яңы маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев үҙ сығышында билдәләүенсә, сара халыҡ һәм художество кәсептәрен популярлаштырырға мөмкинлек бирә, ошо тармаҡ оҫталарына ярҙамды яңы кимәлгә сығара.

Исем юғары һөнәри оҫталыҡ һәм тармаҡта күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелә. Дәүләт Йыйылышы рәйесе традицион халыҡ кәсептәрен һаҡлау кәрәклеген билдәләне. Уның фекеренсә, халыҡ художество кәсептәре — халыҡтың матди мәҙәниәтенең мөһим өлөшө, милли байлығыбыҙ.

 

Башинформ

Фото: Гульназ Гиниятуллина

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас: