Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май , 12:00

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн бушлай юридик ярҙам тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары бер юлы ике уҡыуҙа закон проектын раҫланы, уға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, контрактсылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бушлай юридик ярҙам алырға хоҡуҡлы.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн бушлай юридик ярҙам тураһында закон ҡабул ителде
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн бушлай юридик ярҙам тураһында закон ҡабул ителде

Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе Владимир Нагорный Ҡоролтай ултырышындағы сығышында хәбәр итеүенсә, мәсьәләне ҡарау йомғаҡтары буйынса беренсе уҡыуҙа документҡа федераль ҡануниәткә ярашлы ике төҙәтмә индерелде.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, юридик хеҙмәттәр өсөн бюджет аҡсаһынан түләнә, ә уларҙы дәүләт юридик бюроһы күрһәтә. Хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары был бюрола консультация ғына түгел, ғариза, ялыу яҙғанда ярҙам алырға мөмкин.

 

Башинформ

Фото: Олег Яровиков

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас в