Новости
17 Мая 2023, 12:00

Алдағы көндәрҙә республикала ниндәй һауа торошо көтөлә - фараз

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы һауа торошо һаҡлана.

Алдағы көндәрҙә республикала ниндәй һауа торошо көтөлә - фаразАлдағы көндәрҙә республикала ниндәй һауа торошо көтөлә - фараз
Алдағы көндәрҙә республикала ниндәй һауа торошо көтөлә - фараз

Бөгөн, 17 майҙа, яуым-төшөм юҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градус.

Кесаҙна, 18 майҙа, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11, таулы райондарҙа +1 градус. Көндөҙ +17, +22, республиканың көньяҡ-көнсығышында иһә +12 градус.

Йома, 19 майҙа, төндә көньяҡта, ә көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ +15, +20, көнсығышта +10 градус. 

 
 
 
Фото: Наил Рәжәпов.
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас