

Уларҙы һауа-йыһан көстәре, ҡоро ер ғәскәрҙәре көтә. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы, полковник Сергей Нетунаев Ватанды һаҡлаусыларға өгөт-нәсихәт бирҙе.
«Һеҙгә һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс, дәрт һәм маҡсатҡа ынтылыш теләйем. Тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итегеҙ, бер йылдан һуң нығынып, мыҡтыланып ҡайтығыҙ!» — тине йәштәргә Нетунаев.
Хәрби комиссариаттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы саҡырылышта Башҡортостан Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә 5,5 меңдән ашыу һалдат оҙата. Саҡырылыш ағымдағы йылдың 15 июленә тиклем дауам итә.
Яҙғы саҡырылыш Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле түгел. Ғәҙәттәгесә, ул закон менән билдәләнгән ваҡытта һәм план тәртибендә уҙғарыла.
Фото: Станислав Шахов