Новости
24 Апрель 2023, 13:00

Башҡортостанда май байрамдарында нисек ял итәләр

Быйыл Рәсәйҙә оҙайлы май каникулдары булмай.

Башҡортостанда май байрамдарында нисек ял итәләрБашҡортостанда май байрамдарында нисек ял итәләр
Башҡортостанда май байрамдарында нисек ял итәләр

2023 йылда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы дүшәмбегә тура килә. 29, 30 апрель һәм 1 май — ял көндәре.

Һуңынан рәсәйҙәрҙе Еңеү көнө уңайынан 6-9 майҙа дүрт көнлөк каникул көтә. 8 май — 2023 йылдың 8 ғинуарынан (йәкшәмбе) күсерелгән ял көнө. Шуға шишәмбе 9 майҙа ғына түгел, ә дүшәмбе 8 майҙа ла ял итергә мөмкин.

Быйыл майҙа бөтәһе 11 ял көнө. Шуларҙың һигеҙе — шәмбе һәм йәкшәмбе, тағы өсәүһе байрам көндәренә тура килә.

 
 
 
Фото: Наил Рәжәпов
Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас