Новости
24 Апрель 2023, 10:00

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы булаАлдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәйгесә йылы була

Башгидромет хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 24 апрелдә, көндөң аяҙ, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22° тиклем йылына.

Шишәмбе, 25 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, урыны менән 0°, көндөҙ +18, +23°.

Шаршамбы, 26 апрелдә, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +7, +12°, урыны менән +2°, көндөҙ +17, +22°.

 

Башинформ

Фото: Наил Рәжәпов

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас