Новости
18 Апрель 2023, 17:11

Йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы булған

Популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин 16 апрелдә коллегаһы Әлиә Ҡарасуринаға өйләнгән. Артистар социаль селтәргә никах фотоларын һалған.

Йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы булғанЙырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы булған
Йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы булған

Ришат Төхвәтуллин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина Дүртөйлө районының Шишмә ауылында тыуған, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡыған. Ришат менән бер коллективта эшләй, йәштәр дуэт менән йырлай.

«Һаумыһығыҙ, яҙылыусыларым! Һәр берегеҙгә рәхмәт әйткем килә. Никах көнөбөҙ үтеп китте. Барығыҙға ла йылы теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тип яҙҙы Ришат Төхвәтуллин социаль селтәрҙә. — Әлегә бер ни ҙә аңламайым. Никахтан һуң тынысыраҡ булып киткән кеүек».

 

Лейла Аралбаева

Фото:социаль селтәрҙәр

Йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы булған
Йырсылар Ришат Төхвәтуллин менән Әлиә Ҡарасуринаның никахы булған
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас