

Уның һүҙҙәренсә, закон сығарыусыларҙың күпселеге әлеге башланғысты хуплаған.
«Был бит балаларыбыҙҙың һаулыҡ мәсьәләһе. Вейп өсөн шыйыҡсаларҙа ауыр металдар, башҡа химик матдәләр бар, уларҙың организмға эләгеүе яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Вейптың ағыулы парҙары тын алыу юлдарының тарайыуына сәбәпсе була», - тип хәбәр итте парламент рәйесе.
Зарарлы ғәҙәттең балаларҙың сәләмәтлегенә йоғонтоһо һәм хәүефле моданың ҡайҙан килеп сығыуы тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.