Новости
29 Март 2023, 11:00

Башҡортостанда май байрамдарында ял көндәре билдәле булды

Быйыл май байрамдары аҙна башына тура килә, шуға апрель-май айҙарында ете көн рәттән ял итергә мөмкин: өс көн рәттән: 29 апрелдә (шәмбе), 30 апрелдә (йәкшәмбе) һәм 1 майҙа (дүшәмбе) һәм дүрт көн рәттән: 6 майҙа (шәмбе), 7 майҙа (йәкшәмбе), 8 майҙа (дүшәмбе) һәм 9 майҙа (шишәмбе).

Башҡортостанда май байрамдарында ял көндәре билдәле булдыБашҡортостанда май байрамдарында ял көндәре билдәле булды
Башҡортостанда май байрамдарында ял көндәре билдәле булды

Дүшәмбе, 8 май — 2023 йылдың 8 ғинуарынан (йәкшәмбенән) күсерелгән ял көнө. Ошо уңайҙан рәсәйҙәр шишәмбе, 9 майҙа ғына түгел, дүшәмбе, 8 майҙа ла ял итә.

2023 йылда май байрамдары араһында ете эш көнө. Май айында бына нисек эшләйбеҙ:

майҙың тәүге аҙнаһында — 2 майҙан (шишәмбе)  5 майға (йома) тиклем дүрт эш көнө; майҙың икенсе аҙнаһында — 10 майҙан (шаршамбы) 12 майға (йома) ҡәҙәр өс эш көнө. 

 

Башинформ

Наил Рәжәпов фотоһы.

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас