Новости
25 Март 2023, 04:00

Башҡортостанда яҙ менән йәй нисек килер?

Метеорологтар уртаса һауа температураһын һәм яуым-төшөм күләмен фаразланы. Башҡортостанда йәшәүселәргә аномаль һауа торошон көтөргәме?

Башҡортостанда яҙ менән йәй нисек килер?Башҡортостанда яҙ менән йәй нисек килер?
Башҡортостанда яҙ менән йәй нисек килер?

Башгидрометүҙәк белгестәре 2023 йылдың апрель-сентябренә һауа торошона фараз бирҙе. Республикала һауа температураһының «уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын» булыуы көтөлә. Прогноз  65-70% дөрөҫкә сыға, тип иҫкәртә метеорологтар.

Августа норманан тайпылыштар булыуы ихтимал, тип белдерҙе синоптиктар. Әйтәйек, республиканың төньяғында йәйҙең һуңғы айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ булыуы көтөлә. Уртаса тәүлек һауа температураһы апрелдә — +3, +6°, майҙа — +11, + 14°, июндә — +16, +19°, июлдә —  +17, +21°, августа — +15, +19°, сентябрҙә +9, +12°.

Яуым-төшөм буйынса июндә һәм августа норманан тайпылыштар булырға  мөмкин. Был айҙарҙа республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында ямғырҙың күберәк яуыуы фаразлана.

 

Башинформ

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас