Новости
15 Март 2023, 14:00

1 апрелдә республикала беренсе класҡа ғаризалар ҡабул ителә башлай

1 апрелдә Башҡортостанда беренсе класҡа ғаризалар ҡабул итеү башлана. Был хаҡта республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

1 апрелдә республикала беренсе класҡа ғаризалар ҡабул ителә башлай1 апрелдә республикала беренсе класҡа ғаризалар ҡабул ителә башлай
1 апрелдә республикала беренсе класҡа ғаризалар ҡабул ителә башлай

«1 апрелдән мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән (йәғни йәшәгән урын буйынса) балаларҙың ата-әсәләре беренсе класҡа ғариза яҙырға мөмкин. Башҡалар 6 июлдән алып мәктәптә буш урындар бөткәнсе ошондай хоҡуҡҡа эйә, ләкин ағымдағы йылдың 5 сентябренән дә һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк», — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы«Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» мәғлүмәт системаһы аша, заказлы хат менән йәки мәктәпкә килеп тапшырырға була, тип иҫкә төшөрҙө Айбулат Хажин.

 

Башинформ

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас