

«Был янғын йәһәтенән бик хәүефле миҙгел булды. 2022 йыл ундай булманы. Ләкин шуныһы мөһим – 2021 йыл барыбыҙға ла яҡшы һабаҡ бирҙе һәм беҙ алдан әҙерләнә башланыҡ, тағы техника һатып алдыҡ. Ойоштороу сараларын уҙғарҙыҡ һәм 2022 йылды бик етди ҡаршыланыҡ. Быйыл техника һәм кешеләр тулыһынса әҙер. Республикала «Урманды һаҡлаусы», видеокүҙәтеү системалары эшләй, улар беҙгә янғынды иртәрәк асыҡларға мөмкинлек бирә. Республика яҙғы һәм йәйге осорға, янғын хәүефе осорона әҙер тип әйтә алам», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Федераль урман хужалығы агентлығы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эште лә билдәләне.