Был юл республиканың трассаларының иң хәүефлеһе ине. Участка яҡшы торошта булған, ләкин водителдәр йыш ҡына ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса чиновниктар һәм ЮХХДИ нимәләр эшләргә кәрәклеге тураһында ҙур комплекслы план төҙөгән.
Участкала һул яҡҡа боролоуҙы тыйғандар, кәртәләр һәм тауышлы һыҙаттар ҡуйғандар, 300-гә яҡын юл билдәләре һәм яңы фотовидеотеркәү комплекстарын урынлаштырғандар, тип һөйләне транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Ошондай комплекслы эш тәжрибәһен уңышлы тип танығандар. Радий Хәбиров уны фажиғәләр күп теркәлгән башҡа юл участкаларында ла ҡулланырға ҡушты.