Новости
14 Февраля 2023, 10:01

Башҡортостанда 16 һыйыр тереләй янған

Кисә кис көнө Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы колхозында янғын сыҡҡан. Малсылыҡ комплексының корпусына ут тоҡанған, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда 16 һыйыр тереләй янғанБашҡортостанда 16 һыйыр тереләй янған
Башҡортостанда 16 һыйыр тереләй янған

Янғынды һүндереүгә шәхси составтан 13 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән. 1400 квадрат метрҙан ашыу майҙан уттан зыян күргән.

50 баш эре малды ут ялмап алған бинанан сығарып өлгөргәндәр, 16 һыйыр тереләй янып үлгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас