

Ирекмәндәр емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе эҙләү өсөн махсус өйрәтелгән этте командировкаға алған. Торин ҡушаматлы эт бер нисә тапҡыр ҡотҡарыу операцияларында ҡатнашҡан. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ҡотҡарыусы эт Торин «Мой ласковый и нужный зверь» халыҡ-ара премияһында ҡатнаша.
Төрөктәр социаль селтәрҙә республика етәкселегенә һәм битараф ҡалмаған яҡташтарыбыҙға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән.
Тиҙҙән Башҡортостандан 80-гә яҡын ҡотҡарыусы Төркиәгә юллана, тип билдәләнеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Төркиәлә ҡорбандар һаны 12 391 кешегә еткән, 63 меңгә яҡыны яраланған, тип хәбәр итә урындағы Anadolu агентлығы.