Новости
1 Февраль 2023, 14:18

Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ йәштәре һәм тыуған яҡ еҫе: Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Иртәнге сәғәт 10-да «Шайморатов генерал» йырының көйөнә Өфөнөң Совет майҙанына махсус хәрби операция зонаһынан бер нисә автобус менән мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ ҡайтып төштө. 

Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ йәштәре һәм тыуған яҡ еҫе: Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайттыҠосаҡлашыу, шатлыҡ йәштәре һәм тыуған яҡ еҫе: Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ йәштәре һәм тыуған яҡ еҫе: Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты

Яугирҙәрҙе уларҙың туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының республика хәрбиҙәре менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов ҡаршы алды.

«Һеҙгә Радий Фәрит улының ҡайнар сәләмен еткерәм, ул һеҙгә үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен әйтеүемде үтенде. Һеҙ ҡуйылған хәрби бурыстарҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ, республика исеменә тап төшөрмәйһегеҙ, командирҙарығыҙ яҡшы баһа бирә. Отпуск ваҡытында ғаиләгеҙ менән ял итерһегеҙ. Һәр көнөгөҙҙө һеҙҙе һағынып көткән яҡындарығыҙ менән аралашыуға бағышлағыҙ», — тине Алик Камалетдинов, хәрбиҙәргә мөрәжәғәт итеп.

Яугирҙәр Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалғас, туғандары, яҡындары уларҙың ҡосағына ташланды. Күп кенә ир-егеттәрҙе хәләл ефеттәре, балалары һәм ата-әсәләре өйҙәрендә көтә.

«Мин 28 сентябрҙә саҡырылдым. Ғаиләм янына ҡайтыуыма бик шатмын, ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына булһа ла, һалдат өсөн туғандары менән күрешеүҙән дә яҡшыраҡ награда юҡ. Тиҙҙән барыбыҙ ҙа еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ тип ышанам. Әлбиттә, тәүге айҙа барыбыҙға ла күнегелгәнсә булмаһа ла, хәҙер инде беҙ хәрби тәжрибә тупланыҡ, подразделениелағы егеттәрҙең кәйефе һуғышсан. Ялымды, әлбиттә, ғаиләм менән үткәрермен. Беләһегеҙме, Өфөнөң үҙенә генә хас тәме һәм еҫе бар, мин ҡалабыҙҙы ла һағындым», - ти «Вольт» ҡушаматлы яугир, улын күкрәгенә ҡыҫып.

Алик Камалетдинов һүҙҙәренсә, яҡташтарыбыҙҙы өйҙәренә алып ҡайтҡан автобустар Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса бүленгән. Бынан алда «Башинформ» 28 ғинуарҙа Өфөнән бер төркөм яугирҙәрҙең ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция зонаһына юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

 
 
 
Фото: Олег Яровиков
Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ йәштәре һәм тыуған яҡ еҫе: Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Ҡосаҡлашыу, шатлыҡ йәштәре һәм тыуған яҡ еҫе: Башҡортостан яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас