0 °С
Болотло
Башгидромет мәғлүмәттәрәренә ярашлы, иртәгә, 27 ғинуарҙа, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, аяҙытҡанда 18 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -4, -9 градус.
Шәмбе, 28 ғинуарҙа, йәнә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -20, -25 градусҡа тиклем. Көндөҙ -6, -11 градус.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда февраль айына һауа торошо тураһында хәбәр иткәйне.