Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 17:00

Февралдә Башҡортостан халҡын оҙайлы ялдар көтә

2023 йылдың февралендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан оҙайлы ялдар көтә. Киләһе айҙа 28 календарь көн. Шуның аҙнаһына биш көн эшләгән граждандар өсөн 18 эш көнө — 17 тулы һәм 1 ҡыҫҡартылған көн, шулай уҡ 10 ял һәм байрам көнө.

Февралдә Башҡортостан халҡын оҙайлы ялдар көтә
Февралдә Башҡортостан халҡын оҙайлы ялдар көтә

Быйыл Ватанды һаҡлаусылар көнө кесе йомаға тап килә, шулай уҡ ғинуарҙағы байрам көндәренең береһе 24 февралгә (йома) күсерелгән. Шулай итеп, йылдың икенсе айында граждандарҙы 23 февралдән 26-на тиклем оҙайлы ялдар көтә.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: