Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 13:00

Башҡортостанда «Һөт кухняһы» балалар өсөн печенье етештерә башланы

Хәҙер республикала «Һөт кухняһы»ның таратыу пункттарында, балалар өсөн һөт ризыҡтарынан тыш, үҙҙәре етештергән печенье һатып алырға мөмкин. Уны Белоретта сығара башланылар.

Башҡортостанда «Һөт кухняһы» балалар өсөн печенье етештерә башланы
Башҡортостанда «Һөт кухняһы» балалар өсөн печенье етештерә башланы

«Идеяны бойомға ашырғансы бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Ихтыяжды анализланыҡ, яңы ҡорамалдар һатып алдыҡ, печенье файҙалы булһын өсөн репецептын бик ентекле һайланыҡ. Һуңынан уның составын Роспотребнадзор белгестәре тикшерҙе. Дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ был тәмлекәсте балаларға 6 айҙан уҡ бирә башларға мөмкин икәнлеген раҫлай. Сабыйҙар өсөн печенье ике төрлө. Береһе – кальций, икенсеһе тимер менән байытылған», – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығы хакимиәтенән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» кемдәрҙең һөт кухняһы продукцияһын бушлай алырға хоҡуҡлы булыуы хаҡында яҙғайны. Аҙ килемле ғаиләләрҙән 26 мең бала бушлай сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә.

 

Азат Ғиззәтуллин

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: