Новости
20 Января 2023, 13:09

Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы водителдәрҙе иҫкәртте

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов 20 ғинуарҙа үҙенең телеграм-каналында рейдтар хаҡында хәбәр итте.

«Ғәҙәттәгесә, ял көндәрендә дәүләт автоинспекцияһы рейдтар ойоштора. Төп бурысыбыҙ  —  автомобиль аварияларына юл ҡуймау һәм транспорт ағымында хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау. Тикшереүҙә мөмкин тиклем күберәк хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша», — тип иҫкәртте ведомство етәксеһе.

Эскән водителдәр тураһында ла хәбәр итергә мөмкин, тине ул.

«Инспекторҙар уларҙы тотоу буйынса тейешле саралар күрергә әҙер», — тип билдәләне Владимир Севастьянов.

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас