Новости
18 Ғинуар 2023, 16:00

Республикала 17 йәшкәсә балаларға түләүҙәр буйынса чат-бот эшләй

Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн берҙәм пособие буйынса чат-бот эшләй башланы. Уны Республика менән идара итеү үҙәге Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән берлектә әҙерләгән.

Республикала 17 йәшкәсә балаларға түләүҙәр буйынса чат-бот эшләйРеспубликала 17 йәшкәсә балаларға түләүҙәр буйынса чат-бот эшләй
Республикала 17 йәшкәсә балаларға түләүҙәр буйынса чат-бот эшләй

Һанлы ярҙамсы пособиеға ингән ярҙам саралары, уның күләме, ғаризаны тултырыу һәм ҡарау ваҡыты, шулай уҡ граждандарҙың түләүҙәр алырға тейешле категориялары тураһында мәғлүмәттәр бирә.

Telegram мессенджерында чат-бот https://t.me/deti_posobie_BashBot.

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас