Новости
16 Ғинуар 2023, 11:00

Салауат районында юл һәләкәтендә өс кешенең, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлгән

15 ғинуарҙа Салауат районында юл фажиғәһе теркәлгән. Өс кешенең, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлгән. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә Кропачево - Мәсәғүт - Әчит автомобиль юлының 10-сы саҡрымында булған.

Салауат районында юл һәләкәтендә өс кешенең, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлгәнСалауат районында юл һәләкәтендә өс кешенең, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлгән
Салауат районында юл һәләкәтендә өс кешенең, шул иҫәптән 12 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлгән

«ГАЗель» йөк машинаһы ҡаршыға килгән «Черри Вери» менән бәрелешкән. Шунан һуң «ГАЗель» — туҡтап торған «Мерседес» йөк машинаһына, ә «Черри» ағас ташыусы «Вольво»ға барып төкөлгән.

Еңел автомобилдең ике пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Дауаханаға илткәндә 12 йәшлек малай үлгән.

 

Башинформ

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас