Новости
13 Ғинуар 2023, 12:00

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

Аҙ килемлеләр, хеҙмәт ветерандары, ишле ғаиләләр һәм граждандарҙың башҡа категориялары коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҙыраҡ түләй ала, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләрРеспубликала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр
Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

«Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия  — торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләү өсөн аҙ тәьмин ителгәндәргә дәүләттән бушлай ярҙам», — тип билдәләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостанда субсидия ошондай түләүе торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә сығымдың рөхсәт ителгән максималь күләмдән юғарыраҡ булғандарға бирелә.

— ишле һәм тулы булмаған ғаиләләргә — 13%;

— яңғыҙ йәшәгән 60 йәше тулған ир-егеттәргә һәм и 55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға — 18%;

— 70 йәшкә еткән яңғыҙ ололарға — 16%;

— башҡа категорияларға — 20%.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында белергә мөмкин.

Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас