Новости
9 Ғинуар 2023, 14:10

Республикала тәүлек эсендә 200-ҙән ашыу кеше коронавирус йоҡторған

Башҡортостанда тәүлек эсендә 203 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 9 ғинуарҙа 135 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 95-е  60 йәштән өлкән. 12 кеше ауыр хәлдә ята. 1 598 сирле , шул иҫәптән 476 оло йәштәге йәштәге кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.

Бер тәүлектә 219 кеше һауыҡҡан. Ковидтан үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Башҡортостанда 3 351 122 кеше (134,8 процент) тулыһынса вакцинация үткән. 983 382 кеше ҡабаттан прививка яһатҡан.

Автор:Гульнур Артыкаева
Читайте нас