

Был узел фатирҙарҙағы батареяларҙың температураһын һауа шарттарына ҡарап көйләргә ярҙам итә һәм артыҡ йылы биреү проблемаһын хәл итә.
Экономия 30 процентҡа тиклем тәшкил итеүе мөмкин. Милекселәргә был мәсьәлә менән идарасы ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Өфө ҡалаһындағы күп фатирлы йорттоң йылылыҡ тотоноу күрһәткестәрен ҡарайыҡ:
2020-2021 йылдарҙа ҡулланылған йылылыҡ энергияһы күләме - 602,641 Гкал (1324,71 мең һум)
2022 йылдың мартында һауа торошон көйләүсе идара итеү үзелы системаһы менән йыһазландырыла
2021-2022 йылдарҙа ҡулланылған йылылыҡ энергияһы күләме - 529,586 Гкал (1199,63 мең һум), йылылыҡ энергияһын ҡулланыуҙа экономия - 125,08 мең һум (13,8 процент)
Шулай итеп, майҙаны 60 квадрат метрлыҡ ике бүлмәле фатир өсөн экономия 3 айҙа 2226,45 һум тәшкил иткән.
Дөйөм йорт ихтыяжы булмағанда, йылылыҡ өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты тарафынан раҫланған ҡулланыу нормативтарынан һәм тарифтарҙан сығып иҫәпләнә. Бындай осраҡта ай һайын түләү күләме бер төрлө ҡала һәм йылылыҡ өсөн тарифты индексациялаған осраҡта ғына үҙгәрә.
Йылылыҡ буйынса һорауҙарығыҙ булһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
8 (347) 294-94-00 - Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының ҡыҙыу элемтәһе
8 (347) 277-09-11 - Өфөләге Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең Ситуация үҙәге
8 (347) 235-48-00 - Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы муниципаль бюджет учреждениеһы диспетчерҙары
8 (800) 511-30-15 - «БашРТС» ЯСЙ
8 (800) 250-52-80 - Өфө инженерлыҡ селтәрҙәре муниципаль унитар предприятиеһы
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан