

Атап әйткәндә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары 2022 йыл өсөн транспорт һалымын түләүҙән тулыһынса азат ителә. Льгота һәр типтағы бер транспорт сараһына (автомобиль, трактор һәм башҡалар) ҡағыла.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостандан мобилизацияланғандарҙың 6,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһы 20 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.