Новости
12 Декабря 2022, 14:00

Башҡортостан шихандары ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелде

Башҡортостандың Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыу өсөн объекттарҙың яҡынса исемлегенә индерелде. Был хаҡта республика етәксеһе хакимиәтенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр ителә.

Башҡортостан шихандары ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелдеБашҡортостан шихандары ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелде
Башҡортостан шихандары ЮНЕСКО объекттарының яҡынса исемлегенә индерелде

«ЮНЕСКО – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының абруйлы ойошмаларының береһе, конъюктураға ҡарамаҫтан, шихандарҙың үҙенсәлекле булыуын, уларҙың юғары ҡиммәтен һәм әһәмиәтен таный», – тиелә хәбәрҙә.

Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү – ул шихандарҙы һаҡлап ҡалыу ысулы ғына түгел. Был донъя даны һәм һөҙөмтәлә ҡеүәтле иҡтисади стимул.

«Ыңғай ҡарар көтәбеҙ һәм туристик инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ», – тип йомғаҡ яһанылар Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә.

 

Галина Бахшиева

Фото:Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһе

bash.bashinform.ru

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас