Сарала ауылдаштары, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары, ветеран ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Улар батыр яҡташын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
«Сынбулат башҡа яугир ир-егеттәребеҙ менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе яҡлап, хәрби бурысын аҙағынаса намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Уның ҡыҫҡа, әммә ҡыйыу тормош юлы барыбыҙға ла үрнәк булып тора», - тине район башлығы Ғәзиз Манапов.
Ләйсән Закирова