Новости
30 Ноябрь 2022, 10:00

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡыу өсөн сертификаттар бирелә

Башҡортостанда Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье биләмәһендә махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары дәүләт колледждарында һәм техникумдарында урта һөнәри белем алыу өсөн сертификаттар менән тәьмин ителә.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡыу өсөн сертификаттар биреләБашҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡыу өсөн сертификаттар бирелә
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына колледждарҙа һәм техникумдарҙа уҡыу өсөн сертификаттар бирелә

Был туралағы ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

«Улар — махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың, шулай уҡ хәрби хәрәкәт зонаһында һәләк булған яугирҙәрҙең балалары. Сертификатты бер һөнәр өсөн генә тотонорға мөмкин», — тиелә документта.

Ғаризалар махсус хәрби операция рәсми рәүештә тамамланған йылдың 31 декабренә тиклем ҡабул ителә.

 

Башинформ

bash.bashinform.ru

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас