Новости
28 Ноябрь 2022, 09:00

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һыуыҡ аҙна көтә

Башҡортостанда был аҙнала -26 градусҡаса һыуытыуы, бер аҙ ҡар яуыуы һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың Гидрометүҙәге хәбәр итә.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һыуыҡ аҙна көтәБашҡортостанда йәшәүселәрҙе һыуыҡ аҙна көтә
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һыуыҡ аҙна көтә

Дүшәмбе, 28 ноябрҙә, көндөҙ һауа температураһы -11, -16 градус була, ә төндә -13, -18-гә тиклем түбәнәйә (аяҙытҡанда - 21, -26 градусҡа тиклем).

Шишәмбе һәм шаршамбы әллә ни яуым-төшөм фаразланмай. Урыны менән ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндәр аяҙытыу менән республикала -25, -26 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.

 

Башинформ

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас