Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 12:03

Яңы йыл байрамдарында нисек итәбеҙ — Хеҙмәт министрлығы

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығынан яңы йыл байрамдарында ял көндәре тураһында хәбәр иттеләр.

Яңы йыл байрамдарында нисек итәбеҙ — Хеҙмәт министрлығы
Яңы йыл байрамдарында нисек итәбеҙ — Хеҙмәт министрлығы

«Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһы), 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар — Раштыуа —байрам көндәре булып тора. 2023 йылда 1 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 1 ғинуарҙағы ял көнө 24 февралгә, йомаға, 8 ғинуарҙағы ял иһә 8 майға, дүшәмбегә күсерелде. 2022 йылда 31 декабрь шәмбегә тап килә.

Шулай итеп, 2022 йылдың 31 декабре һәм 2023 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары ял көндәре булып иҫәпләнә», — тиелә ведомство белдереүендә.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

 

Башинформ

bash.bashinform.ru

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас в